Өфөлә «1000 музыкант көнө» фестивале үтте

Your browser doesn't support HTML5 video.

«Ҡаруанһарай» сауҙа комплексы алдындағы майҙанда ойошторолған флешмобта төрлө йәштәге музыканттар ҡатнашты. Ул көндөҙгө 2-нән киске сәғәт 10-ға тиклем дауам итте.

Фестиваль республика район-ҡалаларынан тыш, илдең 4 тиҫтәләп төбәгенән рок һөйөүселәрҙе бергә йыйҙы. Улар үҙҙәре ижад иткән композицияларҙан тыш, билдәле йырҙарға кавер-версия ла башҡарҙы.

Сара ҡатнашыусыларына барабан, бас-гитара, ритм-гитара кеүек музыка ҡоралдарында уйнау һәм йырлап ҡарау мөмкинлеге лә бирелде. Әйткәндәй, дүртенсе тапҡыр ойошторолған «1000 музыкант көнө» фестиваленең быйылғы иң йәш музыкантына ни бары 5 йәш ине.

Азат Ғәлиуллин