Ярыштарҙың һуңғы көнөндә Рәсәй вәкилдәре Динислам Бамматов менән Евгений Байдусов үҙ ауырлыҡ үлсәмдәрендә алтын миҙал яуланы. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, бер көн алда ил йыйылма командаһы составында сығыш яһаған Башҡортостан көрәшселәре Сәид-Хөсәйен Бакаев менән Адлан Амриев та пьедесталдың иң юғары баҫҡысына күтәрелде.
Тағы ла бер ватандашыбыҙ Ислам Алиев та донъя чемпионы булды. Шулай итеп, дөйөм команда беренселегендә тәүге өс урынды Рәсәй, Иран һәм Әзербайжан бүлеште.