Өфөлә Халыҡ-ара умартасылар симпозиумы уҙғарыла. Ул 20-21 сентябрҙә онлайн ойошторола. Сара Мәскәүҙә "Апимондия" конгресы үтеүҙең 50 йыллығына бағышлана. Симпозиумда онлай фекер алышыуҙан тыш, онлайн күргәҙмә ҡаралған, умартасылыҡ ҡаҙаныштары тураһында видеояҙмалар ҡарарға була. Халыҡ-ара онлайн форум 2022 йылда Өфөлә үтәсәк Апимондия конгресына әҙерлек һанала.