Сибайҙа Владимир Ленинға һәйкәл төҙөкләндерелә

 Ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, филармония янындағы объект нығытыла, бынан тыш Ленин һәйкәлен йөҙө менән "Аманат" скверына бороу тураһында ҡарар ҡабул ителгән. Эштәр ике аҙна эсендә тамамланырға тейеш. Сибайҙа Ленин һәйкәле 1958 йылда асылған. Бронза һындың бейеклеге 6 метрҙан ашыу, ул 4 метрлыҡ пьедесталда урынлаштырылған.