Башҡортостанда уҡыусылар һәм студенттар электричкала ярты хаҡҡа йөрөй ала. 1 сентябрҙән 50 процентлыҡ ташлама ҡаралған. Льготаға 7 йәштән өлкән уҡыусылар, университет, урта һөнәри белем биреү учреждениелары студенттары хоҡуҡлы. Билет алғанда студент билетын күрһәтергә кәрәк, тип хәбәр итәләр Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан.