Бөгөн Республика башлығы Радий Хәбиров Мәскәүҙә мәғариф үҫеше буйынса семинар-кәңәшмәлә ҡатнашты. Семинар Дәүләт советы президиумы һәм ил президенты янындағы Фән һәм мәғариф буйынса советтың берлектәге ултырышы алдынан ойошторолдо. Республиканың мәғариф өлкәһендә иң яҡшы тәжрибәһе Дәүләт советы ултырышында докладҡа индерелде. Улар араһында шәхси балалар баҡсаларына сертификаттар, полилингваль мәктәптәр булдырыу, ауыл ерендәге уҡытыусыларға 600 мең һумлыҡ гранттар бар.