Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, 17 августта Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре Аҡъяр ауылында янғын һүндергән ваҡытта гараждан тимер мискә сығарған булған. Әммә янғынды һүндергәс, ҡотҡарыусылар уны ҡарауһыҙ ҡалдырған.
Ҡыҙҡанысҡа ҡаршы, урамда уйнап йөрөгән ике бала корбид ятҡан мискәгә ут төрткән. Шартлау һөҙөмтәһендә малайҙарҙың береһенең тәне 90, икенсеһенеке 50 проценҡа бешкән. Тәүге бала дауаханала вафат булған, уның дуҫы дауаханаға һалынған.
Осраҡ буйынса тикшереү бара.