Ауыр сирҙәр менән сирләгән кескәйҙәрҙе дауалау курсы менән ярҙам итеү өсөн битараф булмаған һәр кеше ҡушыла ала. Белем көнөндә уҡытыусыларға сәскәләрҙе һәр ғаиләнән бүләк итеү урынына бер дөйөм букет тапшырырға тәҡдим ителә.
Уҙған йылда акция ярҙамында 101 мең һум аҡса йыйып ике балаға дауалау курсын түләү мөмкин булған. Теманың дауамы БЮТ каналы хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.
Йәштә өс айлыҡ Маша ваҡытынан алда тыуып, реанимация шарттарында ҡотҡарылған бәпестәрҙең береһе. 900 грамма ауырлыҡта донъяға килгән сабыйға дауаханала күп һынауҙар үтергә тура килгән. Йоғошло сирҙәр менән ауырып уның бөйөрө эшләй алмаған. Әммә ҡурҡыныс һынауҙар артта ҡалған, бөгөн Маша абилитация үҙәгендә шөғөлләнеп сәләмәтәлеген нығыта.
«Һөйөклө бала» абилитация үҙәгендә төрлө сирҙәр менән ауырыған балаларға күп яҡлы ярҙам күрһәтелә. Бында церебраль фәлиж, даун синдромы, етлекмәй туған сабыйҙар дауалана. Баланың сәләмәтлеген нығытыу өсөн курстар түләүле ойошторола. Республиканың төрлө төбәктәренән мөрәжәғәт иткән ата-әсәләргә ярҙам итеү өсөн абилитация ҡарамағында хәйриә акцияһы ойошторола.
Белем көнөнә уҡытыусыларға күпләп сәскә гөлләмәләре бүләк иткәнсе, бер дөйөм букет тапшырып ҡалған аҡсаларҙы сирләгән балаларға дауалуға йүнәлтергә мөмкин. Фонд ярҙамында быйыл өс балаға дауалау көрсын түләү ҡаралған.
Уҙған йылда хәйриә акцияһы ярҙамында 101 мең һум аҡса йыйылған. Был суммға Кушнаренко һәм Саҡмағош райондарында йәшәүсе ике сабыйға ярҙам ителгән. Ойоштороусылар әйтеүенсә, акцияға балаларҙың ауыр тормошона битараф булмаған һәр кеше ҡушыла ала.
Кескәйҙәргә аяҡҡа баҫырға ярҙа м иткән үҙәктә биш йыл эсендә 524 балаға абилитация саралары үткәрелде. Быйыл да белем көнө алдынан «Һөйөклө бала» фондының сайтына инеп хәйриә акцияһына ҡушылып, изге эш башҡарырға була.
Флорида Ким