Эш урынында хеҙмәткәрҙәрҙең хәүефһеҙлеге

Your browser doesn't support HTML5 video.

Рәсәй химия сәнәғәте профсоюздарының Башҡортостан бүлексәһе хеҙмәт хәүефһеҙлеге көнө уҙғарҙы.Предприятиелар етәкселәре, тармаҡ министрлығы белгестәре һәм күрше өлкәләрҙән саҡырылған ҡунаҡтар химия сәнәғәте предприятиеларында хеҙмәт именлеген тәьмин итеү мәсьәләһе тураһында фекер алышты.

«Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмер йылында» Башҡортостан предприятиеларында эш урынында имгәнеү осраҡтарын иҫкәртеү өсөн өҫтәлмә саралар күрелә.

Мәғлүмәт һәм нанотехнологиялар дәүерендә йәшәйбеҙ. Шуға ла эш урынында зарарлы мөхит йоғонтоһо тураһында ғына түгел, кешенең психоэммоциональ торошо тураһында ла һүҙ йөрөтөргә тура килә. Профсоюздарҙың төп бурысы сәләмәт килеш эшкә килгән кеше, өйөнә имен-һау ҡайтып етһен.

Зөмәрә Ғәниева, Рәсәй химия сәнәғәте профсоюзының Башҡортостан бүлексәһе рәйесе

Рафиҡ Әхмәтшин