Башҡортостанда «Самрау» һауала йөҙөү Бөтә Рәсәй фестивале башланды

Your browser doesn't support HTML5 video.

Тәүге осош Өфөнөң Ҡояшлы пляжынан 8-се март ҡасабаһына тиклем дауам итте. Ойоштороусылар әйтеүенсә, көндөң саманан тыш эҫе тороуына ҡарамаҫтан, һауа шарҙары Өфөнөң үҙәк урамдары өҫтөнән үтте.

Фестиваль йәй аҙағына тиклем дауам итә. Ошо ваҡыт эсендә сарала ҡатнашыусылар шулай уҡ Өфө, Стәрлетамаҡ, Ишембай, Иглин, Архангел, Туймазы һәм Ғафури райондарында ла буласаҡ.