Башҡортостанда талпан әүҙемләшкән

Республикала һуңғы өс көндә генә 51 кеше талпан ҡаҙалып медицина учрежденияларына мөрәжәғәт иткән. Ҡулланыусылар хоҡуғын күҙәтеү хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, яҙ башынан алып бындайҙар һаны 7 мең ярымдан ашҡан. Бөжәктәр йәй һуңында тағы ла әүҙемләшә. Хәүефле осор октябрҙә генә тамамлана. Талпан ҡаҙалған осраҡта, уны үҙаллы тартып алмаҫҡа саҡыра белгестәр. Гигиена һәм эпидемиология үҙәгендә, ойошма филиалдарында бөжәктәрҙең вируслы энцефалит һәм боррелиоз менән зарарланған булыуына тикшеренеүҙәр ойошторола.