Газ барып еткән ауылдарҙа зәңгәр яғыулыҡты ихаталарға тиклем бушлай үткәреүгә ғаризалар ҡабул ителә

Шәхси йорт хужалары Күп функциялы үҙәккә мөрәжәғәт итә ала.

Ер участкаһы сигенә тиклем газ торбаларын һуҙыу дәүләт иҫәбенә башҡарыла. Был хаҡта ил Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһе барышында әйткәйне. Быға тиклем ғаризаны газ бүлеүсе компания менән интернет аша ғына бирергә булһа, хәҙер граждандар Күп функциялы үҙәк офистарында яҙа ала.

Шулай уҡ МФЦ хеҙмәткәрҙәре йортто зәңгәр яғыулыҡҡа тоташтырыу буйынса телефон аша консультация үткәрә.Ғаризаны яҙғандан һуң, газ бүлеүсе компаниянан килешеү көтөргә ҡала. Унда зәңгәр яғыулыҡты үткәреү ваҡыты, торбаларҙы ихатаға тиклем үткәреү ысулы һәм оҙонлоғо тураһында мәғлүмәт яҙыласаҡ. Кәрәкле документтар исемлге менән Күп функциялы үҙәктең рәсми сайтында танышырға мөмкин.

Ғаризаны республикала йәшәүсе шәхси йорт хужалары тапшыра ала. Зәңгәр яғыулыҡ дәүләт иҫәбенә үткәреләсәк. Ниндәй документтар кәрәклеген колл-үҙәккә шылтыратып, йәки онлайн-консультанттан һорарға ла була.

Наталья Куприянова , күп функциялы үҙәк директоры

Шәхси йорт баҡсасылар ширҡәтендә урынлашҡан, ә уныһы үҙ сиратында газ үткән тораҡ пункт янында булған осраҡта баҡсасылар ҙа зәңгәр яғыулыҡлы буласаҡ. Газ торбалары баҡсасылар ширҡәте сигенә тиклем бушлай үткәреләсәк. Биләмә һәм ихата эсендә газ бүлеүсе селтәрҙәрҙе граждандар үҙаллы башҡарырға бурыслы.

Әлфинә Килдейәрова