«Ворлдскиллс Рәсәй» стандарттары буйынса ойоштороласаҡ оҫталыҡ бәйгеһендә илдең ете тиҫтәнән ашыу төбәгенән 1800 конкурсант, шул иҫәптән Башҡортостандан 280 кеше ҡатнаша. Улар 105 компетенцияла көслөләрҙе асыҡлаясаҡ.
Чемпионатты асыу тантанаһы бөгөн киске сәғәт 8-ҙә «Ватан» паркында уҙа. Унда Егор Крид хедлайнер итеп саҡырылған. Бынан тыш, һауала диодлы яҡтыртҡыс менән меңләгән дрондар тамашаһы һәм байрам фейерверкы планлаштырылған. Ярыштар иһә Өфөнөң Рубеж урамында төҙөлгән Йәш профессионалдар паркында үтәсәк.
Милли чемпионатта хәүефһеҙлек талаптарына ла етди иғтибар бирелә. Мәҫәлән, асыу тантанаһында коронавирус пандемияһы менән бәйле ҡатнашыусылар менән аралашыу сикләнгән, улар майҙанда, ә тамашасылар өҫтәрәк ҡалҡыулыҡта урын аласаҡ.