Стәрлетамаҡ районы хужалыҡтары урып-йыйыу эштәрен 84 процентҡа теүәлләгән

Your browser doesn't support HTML5 video.

Ашлыҡтың гектар ҡеүәте 18,6 центнер тәшкил итә. Һуңғы йылдарҙа йәйҙең ҡоро килеүенә бәйле төбәктең ҡайһы бер хужалыҡтар яңы алым индерә, яңы төр иген культураға һынау үткәрә. Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Баҫыу караптары ашлыҡ диңгеҙен гиҙә. Ҡайҙа, ҡайҙа тигәндә Стәрлетамаҡ районының тотош илгә билдәле Ҡуштау һәм Йөрәктау эргәһендә. Рәткә теҙелгән тиҫтәләп комбайн уңышты һанаулы минут эсендә урып та йыйҙы. Ҡеүәтле техника ғына түгел, ауыл эшсәндәренең тырышлығы ла ярылып ята.

Республиканың иң эре ауыл хужалыҡтарының береһе һәр йылдағыса эште еренә еткереп атҡарып сығарырға тырыша. Тармаҡта заманса алымдар ҙа файҙаланылмай ҡалмай.

Орлоҡсолоҡ өлкәһендә махсуслашҡан «Дружба» хужалығы иһә бөгөн урып-йыйыу эштәрен тамамлау алдында. Ырҙынға йыйылған уңышты һатыуға ла сығарырға әҙерләй. Ошо нигеҙҙә хужалыҡ быйыл махсус лицензия алыуға өлгәшкән. Өсөнсө йыл улар республикала нерда сортлы ярауай бойҙайға һынау үткәрә. Уңыш һәр йылдағыса маҡтанырлыҡ, хужалыҡтың баш агрономы. Өҫтәүенә, икмәк бешереүҙә был төр культура ихтыяж менән файҙаланыла.

Ғөмүмән, «Дружба» хужалығының быйылғы яңылыҡтары етерлек. Йыл башында сафҡа ингән ашлыҡты таҙартыу һәм киптереү комплексы шуларҙың береһе. Ул сәғәтенә 80 тонна самаһы культураны эшкәртеү көсөнә эйә. Киләһе йыл комплекс тирәләй өҫтәмә иген һаҡлағыс урындарын төҙөү күҙаллана.

Азат Ғәлиуллин