Рәсәй президенты Владимир Путин Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров исеменә “Йәш һөнәрмәндәр” милли чемпионаты финалында ҡатнашыусыларға һәм ярыш ҡунаҡтарына ҡотлау сәләмен еткерҙе. “Һеҙҙе 9-сы милли чемпионаты финалы менән ҡотлайым. Дистанцион тәртиптә ярыштарға башҡалар ҙа, Азия, Тымыҡ океан төбәге һәм Бойондороҡһоҙ дәүләттәр берләшмәһе конкурсанттары ҡушыласаҡ. Ҡатнашыусыларҙың күп булыуы, сараның ни тиклем мөһим икәнлеген күрһәтә. Сәмле бәйгелә һөнәрмәндәр үҙҙәренең оҫталығын күрһәтә алыуына ышанам, тиелә, ил башлығы ҡотлауында.