Күгәрсен районында август кәңәшмәһе үтте

Республика мәғариф учреждениелары яңы уҡыу йылына әҙерләнә. Ҡала һәм райондарҙа педагогтарҙың август кәңәшмәләре үтә. Күгәрсен районында уҙған уҡытыусылар йыйылышы белем биреү ойошмаларында яңы программалар индереү мәсьәләһенә арналды. “Район мәктәптәре яңы уҡыу йылын тулы әҙерлек менән ҡаршылай. Белем йорттарын тәртипкә килтерҙек, уҡытыусылар коллективтары ла ҡуйылған бурыстарҙы үтәргә әҙер” - ти район мәғариф бүлеге етәксеһе Рәсүл Әхмәтйәнов.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Август кәңәшмәһендә мәғариф министры урынбаҫары Филүс  Минәзев уҡытыу процесына күберәк заманса технологиялар индереү кәрәклеге, традициялар һәм яңы алымдарҙы бер-береһенә бәйләү мөһимлегенә баҫым яһаны. Район хакимиәте башлығы Ғайса Янбаев мәғариф, тәрбиәгә бәйле һорауҙар көн үҙәгендә ҡаласаҡ тип белдерҙе. Уҡытыусының роле, дәрәжәһе һәм уҡытыуға бәйле талаптар ҙа ҡаралды. Йыйында ҡатнашыусылар “Үҫеш нөктәһе” программаһына ҡушылған Волосновка мәктәбен, күптән көтөлгән бүләк - Әлмәс ауылы мәктәбендә асылған заманса спорт залы, шулай уҡ Зәйнәп Биишева исемендәге мәктәпте ҡараны. Республикала яңы уҡыу йылы ғәҙәти тәртиптә башланырға тейеш. Мәктәптә битлек тәртибен үтәү, социаль ара һаҡлау мөһим. Санитар-эпидемилогик талаптарҙың үтәлешен медицина инспекторҙары тикшерә. Улар Башҡорт дәүләт медицина университеты студенттары.  Быйыл Башҡортостанда 55 меңдән ашыу бала 1 класҡа бара.