Янғын иҫкәртеү ҡоролмаһы кеше ғүмерҙәрен ҡотҡарҙы

 Ғәҙәттән тыш  хәл Бишбүләк районы Баҙлыҡ ауылында теркәлде.  Ут бер ҡатлы ағас йортта төнгө сәғәттәрҙе сыҡты. Өйҙә 5 кеше, өс бала һәм уларҙың ата-әсәһе булыуы билдәле. Янғын соланда башланып китте. Төнгө йоҡоға талған ғаилә башлығын ҡоролманың әсе тауышынан уянып. Башта  атай кеше утты үҙаллы һүндереп ҡарап, әммә уңышҡа ирешә алмай. Ғаилә тиҙ арала йыйынып, тәҙрә аша өйҙән сығып ҡотола. Зыян күреүселәр юҡ. Ваҡиға урынына килеп еткән янғын һүндереүселәр иртәнге 9 тулы биш минутта тигәндә утты һүндерә.