Республика баҫыуҙарында ураҡ дауам итә. Стәрлетамаҡ районы хужалыҡтары иген урыуҙы 84 процентҡа теүәлләгән. “Рощинский” совхозы баш агрономы Ришат Әхмәтов әйтеүенсә, ҡоролоҡ булыуға ҡарамаҫтан уңыш әллә ни насар түгел.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайт“Дружба” хужалығында ашлыҡ урыу тамамланып килә. Баш агроном Наил Ғәйнуллин белдереүенсә, игенде һатыуға сығарырға ниәтләйҙәр. Хужалыҡта яңы сортлы бойҙайға һынау үткәрелә.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтБыйыл “Дружба” хужалығында ашлыҡ таҙартыу һәм киптереү комплексы файҙаланыуға тапшырылған. Ул сәғәтенә 80 тоннаға яҡын иген эшкәртеү мөмкинлегенә эйә. Киләһе йылда комплекс янында иген һаҡлау объекттары төҙөү ҡарала.