"Башҡортостан сода компанияһы"нда хеҙмәт етештереүсәнлеге арта. Компания милли проектҡа ҡушылды. Документҡа беренсе вице-премьер Рөстәм Моратов һәм компанияның генераль директоры Эдуард Давыдов ҡул ҡуйҙы. Ил президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса илдә "Хеҙмәт етештереүсәнлеге" проекты ғәмәлгә ашырыла. Уға ярашлы, предприятиеларҙа етештереүсәнлек йыл һайын 5 процентҡа арта барырға тейеш.