"Йәш һөнәрмәндәр" милли чемпионаты финалы һәр ваҡыт Өфөлә уҙғарылыуы мөмкин. Бөгөн Республика башлығы Радий Хәбиров пленар ултырыш барышында ошондай тәҡдим әйтте.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтРәсәй һөнәри оҫталыу үҫеше агентлығы етәксеһе генераль директоры Роберт Уразов был тәҡдимдең үтә ҡиммәт һәм ҡыҙыҡлы булыуы тураһында белдерҙе.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайт“Йәш һөнәрмәндәр” милли чемпионаты финалында илдең 76 төбәгенән командалар ҡатнаша. Башҡортостан командаһы 500-гә яҡын ағзанан тора. Уларҙың 280-е конкурсант, 218-е эксперт булып иҫәпләнә. Яҡташтарыбыҙ 100-ҙән ашыу йүнәлеш буйынса оҫталығын күрһәтә.