Баш ҡаланың Ленин районында урынлашҡан һайлау участкалары рәйестәре һәм комиссия ағзалары штаттан тыш хәл осраҡтарына әҙерлекте тәьмин итеү өсөн күнекмәләрҙә ҡатнашты.
Махсус уҡыуҙар барышында ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты хеҙмәткәрҙәре, янғын һүндереүселәр, полиция вәкилдәре комиссия ағзаларының төрлө һорауҙарына яуап бирҙе. Йөҙҙән ашыу һайлау комиссияһы ағзалары ҡатнашҡан күнекмәләрҙә, штаттан тыш хәл осраҡтарында һәр кемдең бурысы билдәләнде.
Өфөнөң икенсе лицейында урынлашҡан һайлау комиссиялары ағзалары ла участкаларында тауыш биреү өсөн хәүефһеҙлек талаптары тулыһынса үтәлеүен раҫланы.
Гүзәл Борханова