1 сентябрҙән «гараж амнистияһы» тураһында федераль закон үҙ көсөнә инә

Your browser doesn't support HTML5 video.

Уның ярҙамында ябайлаштырылған формала гаражға һәм биләмәгә хоҡуҡ алырға мөмкин. Бының турала Росреестр белгестәре киң мәғлүмәт саралары менән осрашыу ваҡытында әйтелде.

Ведомство мәғлүмәттәренә ярашлы, республика автоһәүәҫкәрҙәренең 35 меңдән ашыу гаражға милек хоҡуғы теркәлмәгән. Шуға уларҙы һата, бүләк итә, мираҫ итеп ҡалдыра, емергән өсөн компенсацияға дәғүә итә алмай. «Гараж амнистияһы» тураһындағы ҡанунға ярашлы, 2004 йылдың 31 декабренә тиклем һалынған һәм дәүләт йәки муниципаль ерҙә урынлашҡан гараждар амнистияға эләгә.

Ғаризаларҙы урындағы үҙидаралыҡ органдарында яҙырға мөмкин. Кәрәкле процедуралар үткәндән һуң, документтар Росреестрға ебәрелә. Бының өсөн һалым түләргә кәрәкмәй. «Гараж амнистияһы» тураһындағы ҡанун 2026 йылға тиклем ғәмлдә булыр тип көтөлә.

Әлфинә Килдейәрова