Баш ҡалала йәшәүсе ир күрше йорттағы балкон кәрнизендә сабыйҙың йөрөүен күреп, ҡотҡарыусыларға шылтыратҡан. Ваҡиға урынына махсус хеҙмәттәр ебәрелгән. Төркөм килеп етеүгә бала һаман да кәрниздә йөрөгән.
Бәхеткә, барыһы ла уңышлы тамамлана. Ҡотҡарыусылар ҡыйыҡ аша сығып балконға төшкәнсе, малай үҙаллы фатирына ҡайтып, тәҙрәһен бикләп ҡуя. Асыҡланыуынса, 2017 йылғы сабый өйҙә өләсәһе һәм ике ағаһы менән ҡалған.
Ололарҙың иғтибары кәмеүен һиҙеп малай балконға сыҡҡан. Күршеләрҙең дә битараф ҡалмауы хуплауға лайыҡ, улар ҡотҡарыусыларға ғына шылтыратып ҡалмай, малайҙы ҡолап төшөүҙән ҡурсалап, ерҙә юрған һуҙа.
Рафиҡ Әхмәтшин