Ике бала тәрбиәләгән ғаилә янғындан йортһоҙ, документтарһыҙ урамда тороп ҡалған. Өҫтәүенә Екатерина Брусинина өсөнсөгә әсәй булырға йыйына. Тик ишәйергә торған ғаилә бөгөн ҡайҙа барырға белмәй.
Янғын көнөн ғаилә башлығы ҡурҡыныс төш кеүек хәтерләй. Ғүмер буйы йыйған мөлкәт көл-күмергә ҡалған. Өҫтәүенә, ир кеше үҙе лә уттан зыян күрә. Документтары артынан ҡабат йортҡа ингәндә уң ҡулын бешерә.
Ике бала тәрбиләгән йәш ғаилә ул көндө өйҙә булған. Ут бинаның икенсе ҡатындағы веранданан сыҡҡан. Бәләгә тарыуҙары тураһында осраҡлы рәүештә үтеп барған күршеләре хәбәр итә. Бәхеткә, утлы ҡулсанан ваҡытында сығып өлгөрәләр. Йорт хайуандарын да ҡотҡара. Һөрөм еҫенән ағыулаған эте ветеринар күҙәүендә булып, бөгөн хәленә ҡайта башлаған.
Янғындан ғаилә бар мөлкәтен юғалта. Бер ҡат кейем менән урамда тороп ҡала улар. Өҫтәүенә, ҡатыны ете айлыҡ ауырлы.
Көл-күмер араһынан ғаилә ағзалары бөтөн ҡалған әйберҙәрен эҙләп маташа. Әммә, файҙаһыҙ. Улар менән бергә бал ҡорто күсе лә йорт тирәләй урана. Асыҡланыуынса, Брусининдар үҙҙәренең рәсми эш урынынан тыш, умартасылыҡ менән дә шөғөлләнгән.
Янғында шулай уҡ бар ҡорамалдар, быйылғы миҙгел эше юҡҡа сыҡҡан. Йәш ғаиләгә теләге булған һәр кем ярҙам итә ала. Бәйләнеш өсөн телефон, һаҡлыҡ банкы иҫәбен экранда күрһәтелгән.
Азат Ғәлиуллин