Ул төрки халыҡтарының диалектология, лексикология һәм терминология өлкәһен өйрәнгән белгес булараҡ билдәле. Башҡорт теленең дә диалектын ул тәүгеләрҙән булып тикшерә. 11 тапҡыр фәнни-эҙләнеү экспедицияһында ҡатнаша.
Ғилми эштәрендә ул башҡорт диалекттары һәм һөйләштәренең дөйөм классификацияһы, уның ниндәй биләмәләрҙә таралыуын, лексика һәм морфология билдәләрен өйрәнгән. Башҡорт теле көнсығыш, көньяҡ һәм төньяҡ-көнбайыш диалекттарҙан тороуын иҫбатлай.
Һәр яҡтың үҙ һөйләше, үҙенсәлеге бар. Был йәһәттән уны һаҡлау, халыҡҡа еткереү мөһим, ти белгестәр. Таһир Байышевтың хеҙмәте был өлкәлә ҙур ғилми маяҡ булып тора.
Азат Ғәлиуллин