Башҡортостанда урман янғындары менән көрәш дауам итә. Бөгөн ут сығыу осраҡтары теркәлмәгән. Әле республикала 8 урында урман янғыны менән көрәшәләр. Ут 1 мең 645 гектарға таралған. Уның 1 мең 200 гектарҙан ашыуы Белорет районында, тип хәбәр итәләр Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының республика идаралығынан.