Рәсәйҙә бөгөн Һауа флоты көнө билдәләнә. Самолет пилоттары, авиаторҙар, бортта оҙатып йөрөүселәр һәм аэропорт хеҙмәткәрҙәренең һөнәри байрамы йыл һайын августың өсөнсө йәкшәмбеһендә үткәрелә. Рифғәт Денисламов 42 йыл ғүмерен авиацияға арнаған. Әлеге көндә ул Рәсәй һауа флоты ветерандары берлегенең төбәк идаралығын етәкләй.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтБеҙҙең республикала “Өфө” халыҡ-ара аэропорты уңышлы эшләп килә. Пассажирҙар ағымы буйынса ул Волга буйы төбәктәре ҡалалары араһында беренсе урында. Аэропорт өс тапҡыр илдә үҙ төркөмөндә еңеүсе булды. Бөгөн Өфөнән 70-тән ашыу йүнәлеш буйынса осоштар яһала. Былтыр аэропортта 2 миллион 400 меңгә яҡын пассажир хеҙмәтләндерелгән.