Хеҙмәткәрҙәр урман янғындарын һүндереүҙә ярҙам күрһәтәсәк. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса Башҡортостанда әле 10 урында тәбиғәт янғыны теркәлгән. Ут 183 гектарға таралған. Ут сығыу осраҡтары Белорет районында йыш теркәлә.
Әлегә иң көсөргәнешле урын Мулдаҡай урмансылығы. Был биләмәлә 850 гектар майҙанда урман яна.
Рафиҡ Әхмәтшин