Халҡыбыҙҙың батыр улы хәҙерге Ҡырмыҫҡалы районы Шайморатов ауылында 1899 йылдың 27 августында донъяға ауаз һала. Ябай крәҫтиән ғаиләһендә тыуған малай үҫмер сағында уҡ етем ҡала.
Ағиҙел йылға портында эшләй. 1919 йылдан Ҡыҙыл Армия сафына алына. Граждандар һуғышы фронттарында алыша. Артабан Буденыйҙың атлы армияһында хеҙмәт итә. Зирәк егетте командование башта ҡыҙыл командирҙар курсына уҡырға ебәрә. Артабан Шайморатов Фрунзе исемендәге хәрби академияны ҡыҙыл дипломға тамамлай.
Һуғышҡа тиклемге йылдарҙа Миңлеғәли Шайморатов Ҡыҙыл армияның генераль штабында һуңынан Төркиәлә хәрби атташе, Ҡытайҙа Гоминдан хөкүмәтенең хәрби кәңәшсеһе була. Ул инглиз, ҡытай, уйғыр, ҡаҙаҡ телдәрендә иркен аралаша. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Миңлеғәли Минһаж улы Шайморатов иңенә башҡорт атлы дивизияһын ойоштороп яуға әйҙә бурыс төшә.
Дивизия шанлы яу юлы үтә. Шайморатовтың ғүмере хәҙерге Луганск халыҡ республика биләмәһендәге Штеровка ауылы эргәһендә өҙөлә. Дебальцев рейдынан ҡамауҙан сығышлай ул етәкләгән атлылар төркөмө дошмандың ҡаты пулемет уты аҫтына эләгә. Шайморатов иҫән саҡта уҡ үҙе хаҡында риүәйәттәр һәм йырҙар ижад ителгән батыр. Башҡортостан халҡы оҙаҡ йылдар дауамында уға герой исемен биреүҙе юлланы.
2020 йылдың 30 мартында Президент Владимир Путиндың указы менән Миңлеғәли Минһаж улы Шайморатовҡа Рәсәй геройы исеме бирелгән. Бөгөн арҙаҡлы генералды яҡташтары иҫкә алды. Ҡырмыҫҡалы Шайморатов ауылында уның тыуыуына 122 йыл тулыу уңайынан митинг үтте. Унда ҡатнашыусылар батыр һәйкәленә сәскәлдәр һалды. Йәш быуын вәкилдәре атлы командирҙың батырлыҡтары тураһында бәйән итте. Батырҙы иҫкә алыу митингында «Шайморатов» йыры ла яңғыраны.
Бөгөн Өфөнөң «Торатау» конгресс-холы амфитеатрында Рәсәй Геройы Миңлеғәли Шайморатовҡа һәм легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһына арналған тамаша күрһәтелә. Ул мәшһүр генералдың тыуған көнөнә арнала. «Ат уйнатып алдан бара» спектаклен Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры артистары ҡуя.Спектакль киске сәғәт 8-ҙә башлана. Эпидемиологик хәлгә бәйле, шәхси һаҡланыу сараларын ҡулланыу мотлаҡ.