Туймазы ҡалаһында йәшәүсе Наил Хажиев техника алмаш өлөштәре ,тимер һыныҡтарынан заманса сәнғәт әҫәрҙәрен ижад итә. Бөгөн уның эштәре Италия, Франция, Ҡытай, Берләшкән Ғәрәп әмирлектәрендә шәхси коллекцияларҙа һаҡлана. Махсус белеме булмаһа ла замандашыбыҙҙың ижады профессионалдарҙыҡынан бер ҙә ҡалышмай. Тимер оҫтаһы менән БЮТ каналы хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин осрпашты.
Ябай ҡыҙыҡһыныуҙан башланған шөғөл. Наил Хажиев һөнәре буйынса иретеп йәбештереүсе. Был өлкәлә эшләүсе кешеләр ҙә, ғөмүмән, сәнғәттән йыраҡ китмәгән. Туймазы ҡалаһындағы замандашыбыҙ улар иҫәбендә. Инде тиҫтә йылдан ашыу ул үҙенсәлекле әйберҙәр ижад итә. Ҡайһы бер эштәре хатта донъяның төрлө илдәренә таралған.
Һәр әйбере эксклюзив. Ә деталдәрҙә ябай гайка, болт, пружина, сым кеүек ваҡ-төйәк тимер һыныҡтары ҡулланылған. Үгеҙ һыны мәҫәлән, тик автомобиль алмаш өлөштәренән тора.
Тимер һыныҡтарынан скульптуралар эшләү бөгөн Наил Хажиевтың яратҡан шөғөлө. Тик уның менән замандашыбыҙ башлыса ҡышҡы миҙгелдә булыша. Оҫтаханаһында төрлө урындарҙан йыйылған тимер-томорҙан һындар эшләй. Өҫтәүенә, улар сувенир ғына түгел, ә көнкүрештә ҡулланырға яраҡлы әйберҙәр ҙә булып тора.
Наил Хажиев башланған эшен артабан да үҫтерергә теләй. Әле үк уның ижады менән ҡыҙыҡһыныусылар бихисап. Әйткәндәй, оҫтаның дуҫтары һәм яҡындары ла кәрәкмәгән тимер һыныҡтары менән бүлешә. Һөнәрмән ҡулында улар заманса сәнғәт әҫәренә әйләнерен яҡшы белә. Тап ошондай йомартлыҡ нигеҙендә ике метрлыҡ Голливуд блокбастеры геройы бөгөн бер кемде лә битараф ҡалдырмай.
Азат Ғәлиуллин