Башҡортостан һөнәри әҙерлек үҙәге «Видеркрафт», «Кемппи» компаниялары менән хеҙмәттәшлек итәсәк

Your browser doesn't support HTML5 video.

Өфөлә уҙған Ворлдскилс Рәсәй «Йәш һөнәрмәндәр» милли чемпионаты сиктәрендә бөгөн «Торатау» конгресс холында Башҡортостан һөнәри әҙерлек үҙәге һәм «Видеркрафт», «Кемппи» компаниялары араһында хеҙмәттәшлек килешеүҙәренә ҡул ҡуйылды.

«Видеркрафт» – автомашиналар сервисы, ә «Кеммп» йәбештереү аппараттары етештереү буйынса махсуслашҡан. Был предприятиелар милли чемпионаттың партнерҙары, ярыш майҙанында уларҙың майҙансыҡтары эшләй.

Киләсәктә был компаниялар Башҡортостандың урта һөнәри белем биреү учреждениелары менән дә хеҙмәттәшлек итергә ниәтәлй. Йәғни уҡыу йортонда улар үҙ оҫтахана, ҡоролмаларын урынлаштыра, ә колледждар был компаниялар өсөн белгестәр әҙерләй. Килешеү ике яҡ өсөн дә отошло, йәш белгестәргә диплом алғас эш урыны эҙләргә кәрәкмәй, ә предприятиелар квалификациялы кадрҙар менән тулылана.

Млли чемпионат сиктәрендә патриотик конкурста еңеү яулаған һөнәри белем биреү учреждениеларын бүләкләү тантанаһы ла уҙҙы. Был ярыш «Хеҙмәт ҡаһарманлығы дәресе» тип атала һәм тотош Рәсәй кимәлендә ойошторола.

Бүләкләнеүселәр араһында Өфөнөң статистика, информатика һәм иҫәпләү техникаһы колледжы ла бар. Был уҡыу йорто конкурсҡа Стаханов һәм Кувыкиндың хеҙмәт ҡаһарманлығы хаҡында ролик әҙерләгән. Уны эшләүҙә уҡытыусылар ҙа, студенттар ҙа ҡатнашҡан.

Рәмзиә Кәримова