Стәрлебаш районында уҡытыусылар өсөн август кәңәшмәһе үтте. Бер майҙанға 14 ҡала-райондан мәғариф хеҙмәткәрҙәре тәжрибә уртаҡлашыу, һығымталар яһау һәм яңы уҡыу йылына яңы бурыстар билдәләү маҡсатында йыйылды. Педагогтар кәңәшмәһе тураһында БЮТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова әҙерләгән яҙмала.
Сәхнәгә сығыр алдынан ҡеүәтләндереүсе һүҙҙәр. Стәрлебаш районының төрлө мәктәптәрендә эшләгән уҡытыусылар бер командала. Улар республикала тәүге тапҡыр уҙғарылған «Кәрәҙ» педагогик марафонында район исемен яҡлай. Бәйгеселәр республиканың 14 ҡала-райондарынан йыйылған. Марафондың һуңғы, 5-се майҙансығы Стәрлебашта август кәңәшмәһе сиктәрендә үтте.
Һәр береһенең төрлө эш стажы, квалификацияһы һәм конкурстарҙа ҡатнашыу тәжрибәһе, ләкин уларҙың барыһында балаларға һөйөү, ижади ҡомар берләштерә. Быйыл тәүге тапҡыр педагогтар өсөн «Кәрәҙ» башватҡыс» марафоны ойошторолдо. Сараның маҡсаты республика уҡытыусыларының һәләтен асыу, педагог һөнәренең кимәлен күтәреү һәм иң яҡшы мәғариф хеҙмәткәрҙәренең уҡытыу методикаһын таратыу.
Һуңынан бәйгеселәр өсөн конкурс этабы башлана. Берҙәм ижад итеү һәм тәжрибә менән уртаҡлашыу дәрестәрҙе төрлөләндереп үткәрергә мөмкинлек бирә, ти мөғәллимәләр.
Марафон өлөшөнән тыш, уҡытыусылар өсөн август кәңәшмәһе лә үтте. Пленар ултырышта күтәрелгән һорауҙар яңы уҡыу йылына ғына түгел, яҡын киләсәккә лә ҡағылды. Киләһе йыл Федераль дәүләт белем биреү стандарттары талаптары яңырасаҡ. Үҙгәрештәр 1-9 синыфта уҡыусылар өсөн ҡағыла. Белем усаҡтарында уҡытыу методикаһын быйылдан уҡ һынап ҡарау бурысы ҡуйылды. Стәрлебаш мәктәбендә муниципаль райондар араһында тәүгеләрҙән булып предуниверсарий асылғайны. Кәңәшмәлә уны үҫтереү юлдары ла ҡаралды.
Яңы уҡыу йылы башланыуға һанаулы ғына көндәр ҡалды. Әйткәндәй, Стәрлебаш районыныда 200 бала беренсе тапҡыр мәктәп парталары артына ултырасаҡ. Барлығы 17 белем биреү усағында 300-ҙән ашыу уҡытыусы 2021-2022 уҡыу йылына әҙерләнә.
Әлфинә Килдейәрова