Баймаҡ район хакимиәтенең йәштәр эштәре буйынса комитеты республика конкурсында еңеү яуланы

Your browser doesn't support HTML5 video.

Йәштәргә – оло бүләк. Баймаҡ район хакимиәтенең йәштәр эштәре буйынса комитеты «Изге эштәр муниципалитеты» исемле ирекмәнлеккә ярҙам итеү буйынса иң яҡшы муниципаль тәжрибәләр республика конкурсында ҡатнашып еңеүселәр рәтендә билдәләнде. Уларҙың ҡыуанысын БЮТ каналының ижади төркөмө бүлеште.

Йәштәр эштәре буйынса комитет ҡарамағында «Изгелек биләмәһе» ирекмәндәр үҙәге эшләп килә. Әле әүҙем, ярҙамсыл йәштәрҙең һаны 100-ҙән ашыу. Пандемия башланғандан алып бөгөнгәсә ирекмәндәр халыҡҡа аҙыҡ-түлек, дарыуҙар тарата, шулай уҡ ковидҡа ҡаршы үҙәк тә лә эшләргә өлгөрә.

Йәштәр комитеты барлығы 16 йүнәлештә эш алып бара. Һәр тармаҡҡа бер белгес беркетелгән. Район йәштәрен бер майҙанға йыйып, бер уйҙа һәм дөйөм маҡсат менән эшләй улар.

Йәштәр комитетында эшләүселәр - ауыл, ҡала йәштәре менән бер тулҡында. Шуға уларҙың хеҙмәте һәр ваҡыт емешле. Бындай елле бүләктәр алыу, оло еңеүҙәре алда тағы ла күберәк булһын!

Рүзилә Ғүмәрова