Өфөнөң ар-квадрат майҙансығында республика етәкселеге йәштәр йәмәғәтселеге менән осрашты

Your browser doesn't support HTML5 video.

Асыҡтан-асыҡ һөйләшеү. Йылы һәм эшлекле шарттарҙа уҙған әңгәмә барышында «социаль лифт» мәсьәләһе күтәрелде. Башҡортостан йәштәренә дәүләт ярҙамы күрһәтеү, йәмғиәт тормошонда ҡатнашыу һәм әлбиттә федераль проекттар хаҡында фекер алышынды.

Һәләтле йәштәрҙе дәртләндереү, республика һәм федераль кимәлдәге кадрҙар конкурстары тураһында ла һөйләшеү булды. Арт-квадратта йәштәр йәмәғәтселеге менән осрашыуҙар даими уҙғарыла. Быға тиклем майҙансыҡта эшҡыуарлыҡ вәкилдәре һәм танылған сәнғәт оҫталары, ирекмәнлек хәрәкәте ағзалары сығыш яһаны.

Я рад что очень неравнодушные люди сегодня в этой беседе приняли участие, потому-что социальный лифт у многих воспринимается как будто кто-то должен взять тебя и передвинуть. Нет социальнй лифт то что сам делаешь, тот путь который сам проходишь чтобы поменять что-то вокруг себя.

Александр Сидякин, Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе

Рафиҡ Әхмәтшин