Ямғыр аҫтындағы спорт ярыштары

Your browser doesn't support HTML5 video.

Бөгөн Әбйәлил районында бокс һәм самбо буйынса асыҡ беренселек үтте. Ул Халыҡ-ара бокс көнөнә, Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылы арналды.

Көндөң боҙолоп тороуына ҡарамаҫтан үҙ көсөп һынап ҡарарға бик күп мәктәп уҡыусылары йыйылды. Улар өсөн «Уңыш» стадионында заманса ринг ҡуйылды. 670 мең һумлыҡ спорт ҡоролмаһын быйыл төбәккә Башҡортостан Хөкүмәте, бокс федерацияһы һәм Урал аръяғы йәмәғәт башланғысы берекмәһе бүләк иткән.

Ярыш һөҙөмтәләре буйынса урындағы балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең Урал һәм Йәнгел филиалдары тәрбиәләнеүселәре үҙ ауырлыҡ үлсәмдәрендә еңеү яуланы. Турнир барышында шулай уҡ спортты үҫтереүгә тос өлөш индергән бер төркөм тренер-уҡытыусыларға район хакимиәте башлығының рәхмәт хаттары тапшырылды.

Илдар Байбулатов