Радий Хәбиров Нефтекамала "Башҡорт ихаталары" төбәк программаһы һөҙөмтәләре менән танышты

     Ошо программаға ярашлы, ҡаланың Төҙөүселәр һәм Джерзинский урамындағы тиҫтәгә яҡын йорт ихатаһы төҙөкләндерелгән. Яңыртылған майҙандың дөйөм күләме – 30 мең квадрат метрҙан ашыу. Бынан тыш, "Уңайлы ҡала мөхите" программаһы ярҙамында бында велосипед юлдары ремонтланған. Радий Хәбиров башҡарылған эштәр менән танышты. "Нефтекамскстройзаказчик" ойошмаһы директоры Валерий Дзиневский һүҙҙәренсә, ихата 50 йылдан ашыу, күп ҡатлы йорттар файҙаланыуға тапшырылғандан бирле төҙөкләндерелмәгән. Хәҙер йорттар янындағы барлыҡ инфраструктура яңыртылған. Автомобилдәргә лә урын етерлек итеп эшләнгән. Өҫтәмә парковка төҙөлгән. Ихаталарҙы төҙөкләндереүгә йәмғеһе 55 миллион һум аҡса йүнәлтелгән. "Нефтекама күҙгә күренеп күркәмләнә. Парктар, ихаталар төҙөкләндерелә. Шулай ҙа атҡараһы эштәр күп әле. Юлдарҙы, подъездарҙы һәм торлаҡ фондын тәртипкә килтерергә кәрәк", – тип белдерҙе Радий Хәбиров. Уҙған көн Нефтекама 58 йыллығын билдәләне.