Башҡортостанда 207 мәктәп физика, химия һәм биологияны өйрәнеү өсөн заманса һанлы ҡорамалдар ала

    Быйыл Башҡортостанда 207 мәктәп физика, химия һәм биологияны өйрәнеү өсөн заманса һанлы ҡорамалдар ала. 2024 йылға тиклем “Һанлы белем биреү мөхите”  проекты буйынса барлығы 1 мең 159 мәктәпте һанлы форматҡа күсереү ҡарала. Мәктәптәр өсөн ҡорамалдарҙы һатып алыуҙы капиталь ремонт программаһына индерәсәктәр. “Сириус” белем биреү үҙәге етәксеһе Елена Шмелева мәктәптәрҙе капиталь ремонтлау программаһын комплекслы итеүҙе тәҡдим итә, йәғни унда ремонт ҡына түгел, заманса уҡытыу ҡорамалдарын урынлаштырыу ҙа индерелә.