Радий Хәбиров һәм Рәсәй мәғариф министры Сергей Кравцов Өфөләге яңы уҡыу-етештереү үҙәгендә булды

Your browser doesn't support HTML5 video.

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров һәм Рәсәй мәғариф министры Сергей Кравцов милли чемпионат финалы сиктәрендә Ростех дәүләт корпорацияһы авиация кластерының республикала асылған яңы уҡыу-етештереү үҙәгендә булды.

Ул Өфө моторҙар эшләү берекмәһе биләмәһендә эшләй башланы. Бында етештереү участкалары, уҡыу кластары, лабораториялар урынлашҡан. 200 берәмектән ашыу заманса ҡорамалдар ҡуйылған. Теорияға – 30, практикаға 70 процент ваҡыт бүленә.