Башҡортостанда эшһеҙлек кәмей. Был тема Премьер-министр Андрей Назаров етәкселегендә хөкүмәт президиумы ултырышында ҡаралды. Андрей Назаров белдереүенсә, күрһәткестәр яҡшы булһа ла хеҙмәт баҙарын тотороҡландырыу мәсьәләһе көнүҙәк булып ҡала. 4-се кварталға тиклем пандемия алдында булған күрһәткестәргә ирешеү бурысы ҡуйыла. Ошо маҡсатта республика бюджетынан 458 миллион һум бүленә.