Республикала "Алға" картаһының мөмкинлектәре арта. Был тема "Транспорт сәғәте" кәңәшмәһендә ҡаралды. Республика башлығы Радий Хәбиров Һанлы үҫеш министрлығына "Алға, Башҡортостан" картаһы проектын әҙерләргә, дизайнын яңыртырға ҡушты. Был картала тейешле ҡушымталар һәм банк иҫәбе булырға тейеш. Халыҡ өсөн транспортта йөрөүҙән тыш, башҡа түләүҙәр башҡарыу уңайлыраҡ була, тине Радий Хәбиров. Башҡортостанда "Алға" карталары 2019 йылдың июнендә ҡулланыла башланы. Халыҡ 548 мең карта алған.