Радий Хәбиров өлөшләтә төҙөлөштә ҡатнашып алданыусыларҙың мәсьәләһен хәл итеүҙе тиҙләтергә ҡушты

Әле проблемалы йорттарҙы 2024 йылға тиклем сафҡа индереү ҡаралған.

Белгестәр әйтеүенсә, проблема ике өлөшкә бүленә. Объекттарҙың 60 проценты буйынса мәсьәлә федераль фонд менән берлектә хәл ителә. Йорттар төҙөп бөтөлә, йәки компесация түләнә. Тағы ла 40 процент проблемалы өйҙәр Республика төҙөлөш компаниялары тарафынан сафҡа индерелә.

Башҡа механизмдар ҙа ҡулланыла. Әле 35 объект буйынса федераль фонд менән бергә ҡарар ҡабул ителгән, ун йортта эш башланған. Башҡалары буйынса проект документтары әҙерләнә. Республика көсө менән файҙаланыуға тапшырылған объекттарға килгәндә, быйыл 5 проблемалы йорттоң хужалары асҡыстарын алған. Йыл аҙағына тиклем тағы ла 28 йортто төҙөп бөтөү ҡаралған.

Рәмзиә Кәримова