«Сәнәғәт зонаһына әйләндек...»

Өфөнөң Федоровка ауылында йәшәүселәр Көнсығыш сығыу юлын төҙөүгә бәйле уңайһыҙлыҡтарға зарлана. Улар әйтеүенсә, тораҡ пункт аша үткән йөк, бетон бутау машиналары һәм махсус техника арҡаһында ауыл сәнәғәт зонаһын хәтерләтә. Теманы БЮТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова дауам итә.

Асия Хәмзиевна алтынсы йыл Федоровка ауылында йәшәй. Быға тиклем барыһы ла яҡшы ине, апрелдән алып йәшәү түгел, тын алырлыҡ та түгел, ти ул. Ханымды ҡеүәтле машиналарҙың урамдан йөрөүе, юлдарҙа соҡорҙар барлыҡҡа килеүе борсой. Эргәлә Көнсығыш сығыу юлы төҙөлә, шуға күрә техниканың ағымы кәмемәй тип әйтергә лә мөмкин.

Ауылда йәшәүселәр тиҙлек режимын көйләүсе юл билдәләрен ҡуйырға һорай. Ҡеүәтле техника Федоровканың төп һәм берҙән-бер урамына зыян килтерә. Уларҙан күтәрелгән туҙан юл ситендә урынлашҡан өйҙәргә инә. Бынан тыш, йөк машиналары төнөн дә йоҡларға бирмәй. Халыҡ тауышты баҫыусы ҡоймалар менән юлды ҡамап сығырға һәм йәйәүлеләр тротуарын йүнәтеүҙе үтенә.

Федоровка халҡы район, ҡала хакимиәтенә мөрәжәғәт итә, ләкин мәсьәлә хәл ителмәй. Проблемаға асыҡлыҡ индереү маҡсатында Транспорт компанияһы дирекцияһына мөрәжәғәт иттек.

Федоровка ауылының мәҙәниәт йортонда Калинин районы хакимиәте, подрядсы компания ҡатнашлығында кәңәшмә үткәреү планлаштырылған. Осрашыуҙа тораҡ пункттан урап үтә торған юл табыу һәм юл ҡатламын яңыртыу һорауҙары ҡараласаҡ. Көнсығыш сығыу юлын 2023 йылға төҙөп бөтөү күҙаллана, ә беҙҙең мәсьәлә тиҙерәк хәл ителһә ине тигән өмөттә, Федоровка ауылы халҡы.

Әлфинә Килдейәрова