Полиция «Киске Өфө» гәзите редакцияһына үтеп ингән кешене эҙләй

Баш ҡаланың 10 полиция идаралығына был турала мөрәжәғәт булған. Билдәһеҙ кеше баш мөхәррир бүлмәһенә үтеп ингән. Гәзит хеҙмәткәрҙәре уны һиҙеп ҡалыу менән тәртип боҙоусы ҡасыу яғын ҡарай.

Урамда хеҙмәткәрҙәр уны ҡыуып тотҡан, әммә ул боросло газ менән ҡоралланған булып сыҡҡан. Тынлыҡты боҙоусы газды ҡулланып, ҡулдан ысҡынған. Ир мобиль телефон камераларына эләккән. Полиция әлеге кеше тураһында мәғлүмәтте Өфө ҡалаһы буйынса эске эштәр идаралығына еткереүҙе һорай.