Уңғандарға – бүләктәр. Бөгөн хеҙмәт алдынығыларының бер төркөмөнә Рәсәй һәм республиканың дәүләт наградалары тапшырылды. Тантана коллонналар залында үтте. Бүләкләнеүселәрҙе Башҡортостан башлығы хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин тәбрикләне.
Уның фекеренсә, пандемияға бәйле ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, республика ныҡлы үҫеш юлында. Иҡтисади күрһәткестәр яҡшы өмөт уята. Башҡортостан ҡаҙаныштьарында әлбиттә, залдағыларҙың да өлөшө ҙур тип билдәләнде тантанала. Дәүләт наградалары барлығы 50-нән кеше алды, улар араһында төрлө һөнәр эйәләре бар.
Юғары наградалар менән бүләкләнеүселәрҙең фиҙәҡәр хеҙмәте, коллективҡа тоғролоҡтары, тырышлығы билдәләнде. Һөнәри үҫеш республика менән тығыҙ бәйле. Алдынғы предпритяиеларҙы лайыҡлы хеҙмәткәрҙәр эшләгәндә төбәктең социаль-иҡтисади үҫешенә ышаныс ҙур тиелде, хеҙмәт алдынғыларын бүләкләү танатанаһында.
Башҡортостан башлығы хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин залдағыларҙы, республиканың үҫешенә тос өлөш индереүселәргә оло рәхмәтен белдерҙе.
Флорида Ким