Өфөлә «Һалҡын йылдар төҫө» романының презентацияһы үтте

Китаптың авторы, Эстонияла йәшәп ижад итеүсе яҡташыбыҙ Дина Гаврилованың Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала ижад кисәһе ойошторолдо.

Бишбүләк районы Кесе Мәнәүез ауылында тыуған Дина Гаврилова 1980-се йылдар уртаһынан алып Эстонияла йәшәй. Тыуған яғы тураһындағы һағыныуҙарын яҙыусы ҡағыҙ битенә күсерә башлай. «Һалҡын йылдар төҫө» романында ул еңел һәм йәнле тел менән ябай кешеләрҙең ябай булмаған яҙмышы тураһында яҙа. Был китапты автор әсәһенә бағышлаған.

Деталдәргә иғтибарлы булыуы, колхозлашыу, репрессиялар, Бөйөк Ватан һуғышы һәм һуғыштан һуңғы осор мөхитен ентекле итеп сағылдыра белеүе заман уҡыусыһының күңеленә ята. Әҫәр мөхәббәт хаҡында, уның балаларға, ҡатын-ҡыҙҙарға етмәүе тураһында, ти роман авторы.

Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала «Һалҡын йылдар төҫө» романының башҡортса варианты презентацияланды. Тәржемәнең авторы яҙыусы, шағир һәм журналист Дамир Шәрәфетдинов. Ул Башҡортостан яҙыусылары союзы кәңәшмәһе ваҡытында әҫәрҙең башҡорт теленә тәржемә итеү тәҡдиме менән сыға.

Китап бүлектәре төрлө осорҙа «Ағиҙел» һәм «Ватандаш» журналдары биттәрендә донъя күрә. Осрашыу кисәһендә романдың өҙөгө уҡылды, сыуаш йыр ансабле музыкаль номер бүләк итте.

Әлфинә Килдейәрова