Ул Башҡорт тарихы йылына арналды. Сара сиктәрендә «Тыуған еремде данлап» тип исемләнгән китап күргәҙмәһе эшләне, шулай уҡ «Хәтер китабы» проектына байҡау яһалды.
Район педагогтары ер-һыу атамалары, ауыл исемдәренең барлыҡҡа килеү тарихы, билдәле кешеләре тураһында ҡыҙыҡлы сығыштар әҙерләгән. Сиҙәм урта мәктәбе уҡытыусыһы Әминә Шәрипова ла эш тәжрибәһе менән уртаҡлашып, үҫеп килгән быуынды илһөйәрлек, патриотик рухта тәрбиәләү алымдарын һөйләне.
Гөлназ Хәйбуллина