Игорь Комаров Башҡортостан халҡын Белем көнө менән ҡотланы

Рәсәй президентының Волга буйы округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров Башҡортостан халҡын Белем көнө менән ҡотланы. "Уҡыу йылдары һәр беребеҙ тормошоноң иң сағыу мәле. Донъя тиҙ үҙгәрә, үҫешә, һәр ваҡыт белем алырға, һөнәри оҫталыҡты арттырырға кәрәк. Тәү сиратта 1-се класс уҡыусыларын ҡотлайым, улар өсөн беренсе тапҡыр ҡыңғырау сыңлай. Алда - мауыҡтырғыс мәл, яңы дуҫтар, белем, ҡаҙаныштар, асыштар", - тиелә Игорь Комаровтың ҡотлауында.