Республика ауыл хужалығы министрлығы бесән һәм фураж игененә хаҡтарҙы контролгә ала. Быйыл ҡоролоҡ арҡаһында хужалыҡтарға ҙур зыян килгән. Вице-премьер-Ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов белдереүенсә, айырыуса Урал аръяғында шәхси хужалыҡтарҙа мал тота алмаусыларҙың хәҙер малын һатып алырға, яҙын иһә алмашҡа йәш мал һатырға кәрәк. Башҡортостан хужалыҡтары быйыл 1 миллион 900 мең тонна иген уңышы алған. Миллион тонна шәкәр сөгөлдөрө, 250 мең тонна көнбағыш йыйып алыу көтөлә.