"Салауат Юлаев" хоккейсыларының формаһы алмаштырылмай

Юлаевсылар яңы миҙгелдә лә уҙған йылда ҡабул ителгән уйын кейемендә сығыш яһай. Был турала клубтың генеарль директоры Ринат Бәширов белдерҙе. Континенталь хоккей лигаһында яңы миҙгел бөгөн башлана. "Салауат Юлаев" тәүге уйынын 3 сентябрҙә Нурсолтанда "Барыҫ" менән уҙғара.