Республика хужалыҡтарына метеостанциялар ярҙам итәсәк

Башҡортостан агросәнәғәт комплексы өсөн 3 меңдән ашыу метеостанция талап ителә. Вице-премьер-Ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов белдереүенсә, улар һауа торошон, тәбиғәт шарттарын анализлау өсөн кәрәк. Метеостанциялар хаҡы 450 миллион һум. Сығымдар ауыл хужалыҡтары иңенә төшә. Бер прибор 1 мең гектарға иҫәпләнә. Киләһе йылда 1 мең метеостанция урынлаштырырға тейешбеҙ, тине Илшат Фазрахманов.